АНТРОПОГЕН ТАШЛАНДЫҠТАР, кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә атмосфераға таралған матдәләр. Стационар (сәнәғәт пр‑тиелары, а.х. объекттары) һәм күсмә (транспорт) сығанаҡтар А.т. айыралар. Айырыуса йыш осраусы А.т. — саң-туҙан, газдар (азот, көкөрт һәм углерод оксидтары, углеводородтар), парҙар, аэрозолдәр. А.т. йоғонтоһонда микроклимат насарая, тирә-яҡ мөхиткә кире тәьҫир итеүсе кислоталы ямғырҙар, смог һ.б. күренештәр барлыҡҡа килә (ҡара: Тирәҡ мөхитте бысратыу), металдар коррозияһы, тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙың емерелеүе арта, төҙөлөш материалдарының механик ныҡлығы кәмей (ҡара: Бетон һәм тимер-бетон коррозияһы), үҫемлектәрҙең үҫеүе тотҡарлана һ.б. Атмосфераға сығарылған газдарҙы таҙартыуҙы үҙ эсенә алған алдынғы технологик процестарҙы сәнәғәткә индереү, тәбиғи сеймал һәм материалдарҙы тулыһынса йәки комплекслы файҙаланыуҙы тәьмин итеүсе ҡатнаш производстволар үҙләштереү (ҡара: Ҡалдыҡһыҙ технология, Рәсми сикләнеүле концентрация, Рәсми сикләнеүле ташландыҡ) А.т. сикләй. Башҡортостанда А.т. төп сығанаҡтары: яғыулыҡ‑энергетика комплексы, химия сәнәғәте, нефтехимия сәнәғәте пр‑тиелары һәм автомобиль транспорты. 2002 й. көкөрт диоксиды ташландығы 150,45 мең т тәшкил иткән, осоусан органик матдәләр — 262,2 мең т, углерод оксиды — 611,4 мең т, А.т. дөйөм күләме — 1244,6 мең т (1998 й. — 1211,1), шуларҙан стационар сығанаҡтар ташландыҡтары өлөшө — 35,7% (49,3%), транспорттыҡы — 64,3% (50,7%). Шулай уҡ ҡара: Антропоген йөкләнеш, Бысратыусыларҙың биоаккумуляцияһы, Сәнәғәт ташландыҡтары, Химик бысраныу.

В.Н.Майстренко

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018