НОВОСЁЛКА, У р а л, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Денис а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 26 км һәм Мәләүез т. юл ст. Көнб. табан 83 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 830 кеше; 1920 — 1071; 1939 — 945; 1959 — 786; 1989 — 671; 2002 — 625; 2010 — 558 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Стәрлетамаҡ өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Урал а. (хәҙ. Иҫке Урал а., Күмертау ҡ. эсендә) дәүләт крәҫтиәндәре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1795 й. 24 йортта 127 кеше йәшәгән, 1896 й. 87 йортта — 608 кеше. Мәктәп, мөгәзәй булған. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, 2 һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика