НОВОЖЁНОВ Иван Иванович (19.11. 1914, Пенза губ. Иҫке Мурава а. — 20.8.1944, Латвия ССР‑ы Викснас утары янында, Букайши ҡсб ерләнгән), артиллерист, капитан (1944). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кесе лейтенанттар курстарын тамамлаған (1941). 1933 й. алып Өфө шырпы ф‑каһында эшләй. 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. Нояб. алып Көньяҡ, Сталинград һәм 1‑се Балтик буйы фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 51‑се армияның 8‑се артиллерия див. 27‑се гвардия артиллерия бригадаһының батарея ком. капитан Н. 1944 й. 20 авг. Викснас янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1945), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Н. исеме м‑н Өфөлә урам һәм 57‑се урта мәктәп, Тейково ҡ. — урам аталған һәм һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: З и н о в ь е в А. Свет его жизни // Лицом на запад. Уфа, 1972.

 

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика