НОВОБЕЛЬСКИЙ, Белорет р‑нындағы ауыл, Шығай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 30 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 187 кеше; 1959 — 109; 1989 — 160; 2002 — 152; 2010 — 136 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Сермән урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1925 й. Тамъян-Ҡатай кантонында Статья ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 30‑сы йй. башлап хәҙ. исемен, 1959 й. — хәҙ. статусын ала. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика