НОВИКОВКА, ауыл, 20 б. 30‑сы йй. алып Өфө эсендә.

Ауылға 1857 й. Өфө өйәҙендә алпауыт Новиковтарҙың Боғорослан өйәҙе Новиковка (Покровский) а. күсерелгән крәҫтиәндәре нигеҙһала. Шулай уҡ Валентиновка, Тау аҫты Новиковкаһы исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 6 йортта 48 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 19 б. аҙ. 1‑се Бәләкәй Новиковка (1896 й. 8 йортта 46 кеше йәшәгән) һәм 2‑се Бәләкәй Новиковка (2 йортта — 18 кеше) бүлендек ауылдары барлыҡҡа килгәс, Оло Новиковка исеме м‑н теркәлгән. Хәҙ. 3 ауылдың терр‑яһы — Өфөнөң Совет р‑нының бер өлөшө (Поляр, Оло Ебәкселәр, Төньяҡ урамдары). Халҡы: 1906 й. — 72 кеше; 1920 — 48 кеше.

З.И.Гудкова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Текст на русском языке