НИЯЗҒОЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Ташбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 56 км һәм Ташбулат т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 235 кеше; 1920 — 155; 1939 — 136; 1959 — 230; 1989 — 181; 2002 — 186; 2010 — 168 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңы Балапан урта мәктәбе филиалы), клуб бар. Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ниязғол Әкенсеков исеме м‑н аталған. 1795 й. 18 йортта 87 кеше йәшәгән, 1866 й. 20 йортта — 157 кеше. Шулай уҡ Китек, Ҡатыҡ булараҡ билдәле булған. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. 60‑сы йй. ауылға 20‑се йй. нигеҙ һалынған Ниязғол руднигы ҡасабаһы ҡушылған. Ауыл эргәһендәге Ҡырҡтытау һырты һәм уның Бабай, Ҡушый һәм Һандыҡ тауҙары — тәбиғәт ҡомартҡыһы.  

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика