НИЯЗҒОЛ, Ҡ у й т а п ҡ а н, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Абҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 50 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта Әселе й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 269 кеше; 1920 – 299; 1939 – 195; 1959 – 213; 1989 – 148; 2002 – 144; 2010 – 119 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. Ниязғол Йоносов исеме м‑н аталған, тип фараз ителә. 1795 й. 16 йортта 104 кеше йәшәгән, 1866 й. 37 йортта – 189 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. 3 һыу тирмәне теркәлгән. 

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика