НИМВИЦКИЙ Борис Николаевич (26.11.1885, Эстляндия губ. Вяземберг ҡ. — 25.5.1969, Мәскәү), совет партия- дәүләт эшмәкәре. Дворяндарҙан. 1903 й. алып РСДРП ағзаһы. Өфө, Ҡазан, Петроградта революция хәрәкәтендә ҡатнашыусы. 1907—14 йй. эмиграцияла. Февраль революцияһынан һуң Колпино, Петроград эшсе һәм һалдат депутаттары советтары, РСДРП(б)‑ның Петроград ком‑ты ағзаһы, Колпино революцион ком‑ты рәйесе. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышының большевиктар фракцияһы ағзаһы. 1918 й. башлап Өфө губерна ХХС‑ы рәйесе урынбаҫары, Өфө губерна революцион комитеты рәйесе. 1919 й. ғин.—февр. Башҡорт хөкүмәте һәм Башҡорт корпусының совет власы яғына сығыуы т‑да һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. 1920—21 йй. РКП(б)‑ның Өфө губерна ком‑ты секретары, 1920—22 йй. Советтарҙың Өфө губерна башҡарма ком‑ты рәйесе, 1923 й. РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты секретары. 1923—33 йй. Игенселек ХК‑нда, ХХС‑та, РСФСР эшсе-крәҫтиән инспекцияһы ХК-нда эшләй. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән. 

Е.П.Асабин

Тәрж. М.Х.Хужин

Илл.: Б.Н.Нимвицкий

Яндекс.Метрика