АНТРОПОГЕН ЛАНДШАФТ, кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә үҙгәргән йәки барлыҡҡа килгән географик ландшафт. Ф.Н.Мильков классификацияһына ярашлы, барлыҡҡа килеүенә ҡарап техноген, пироген, дигрессион, һөрөнтө ер һ.б. айырыла; антропоген йөкләнеш характерына ҡарап — а.х. (культуралы көтөүлектәр, һөрөнтө ерҙәр, баҫыуҙар, баҡсалар), сәнәғәт (өйөмдәр, карьерҙар, сәнәғәт зоналары), юл (үткәргес торба, автомобиль юлдары һәм тимер юлдар), урман (баҫыу һаҡлағыс, һыу һаҡлағыс урман һыҙаттары), һыу (һыуһаҡлағыстар, каналдар, быуалар), селитеб (ауыл биләмәләре, ҡала), рекреацион (парктар, урман парктары, ял зоналары) һәм беллигератив (һуғыш хәрәкәте урындары, һаҡланыу урҙары, ҡорал һынау полигондары); соц.‑иҡт. функциялары б‑са — ресурстарҙы тергеҙеү, тирә‑яҡ мөхитте булдырыу, тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау һ.б.; эҙемтәләр характеры б‑са — культуралы, культуралы булмаған, деградацияға бирелгән (бедлендтар) А.л. Культуралы А.л. булдырған ваҡытта ландшафт архитектураһы, ландшафт дизайны, фитодизайн ысулдары файҙаланыла. БР‑ҙа А.л. формалашыуына терр‑яның юғары кимәлдә үҙләштерелеүе йоғонто яһай: ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 51,4% тәшкил итә, терр‑яның һөрөлөүе — 25,4%, һыуһаҡлағыс һәм быуалар майҙаны — дөйөм майҙандың яҡынса 1%‑ы.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018