НИКОЛЬСКИЙ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Никольский а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 10 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 65 км алыҫлыҡта Салдыбаш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 634 кеше; 1920 — 1298; 1939 — 1121; 1959 — 870; 1989 — 702; 2002 — 636; 2010 — 627 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ҡыҙылъяр урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, оло йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы соц. хеҙмәтләндереү үҙәге, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға Өфө өйәҙенең Бүләкәй-Көҙәй улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1868 й. купчий ҡағыҙы б‑са Ҡазан губернаһынан һәм Вятка губернаһынан күсеп килеүселәр нигеҙ һала. 1896 й. 104 йортта 494 кеше йәшәгән. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, 4 тимерлек, быйма баҫыу, тире эшкәртеү, 2 эйәр‑өпсөн әҙерләү һәм 2 һарыҡ тиреһен эшкәртеү оҫтаханалары, ат көсө ҡулланылған йөн тетеү оҫтаханаһы, һыу тирмәне, 2 бакалея-мануфактура кибете теркәлгән. 1920 й. Яңы Никольский булараҡ иҫәпкә алынған. И.М.Хомяков ошо ауылда тыуған. 

Ф.К.Заһирова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика