НИКОЛЬСКИЙ Дмитрий Петрович (25.10.1855, Пермь ҡ. — 1918, Петроград), этнограф, антрополог. Мед. д‑ры (1895, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1897). Коллегия советнигы (1894). Мед.-хирургия акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1880). 1881 й. алып Екатеринбург өйәҙендә, 1882 й. — Ҡыштым заводтарында, 1888—1909 йй. — Нева хосуси дауаханаһында (С.‑Петербург) земство табибы булып эшләй, бер үк ваҡытта 1897 й. башлап төрлө ин‑ттарҙа уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре башҡорттарҙың антропологияһына һәм этнографияһына, халыҡ медицинаһына арналған. Кәҫле заводында, Ҡыштым з‑дтарында, Наҙы-Петровск заводында, Көньяҡ Уралдың алтын приискыларында эшләүселәрҙең санитар-гигиеник шарттарын һәм төп ауырыуҙарын, земство табиптарының эшмәкәрлеген өйрәнә (ҡара: Земство). “Башҡорттар: этнографик һәм санитар-антропологик тикшеренеү” (“Башкиры: этнографическое и санитарно-антропологическое исследование”; 1899) тип аталған хеҙмәтендә дала һәм тау башҡорттарының антропологик үҙенсәлектәрен, уларҙың торлағын, традицион интерьерын, кейемен (ҡара: Башҡорт кейеме), башҡорт аш-һыуын, хужалығын, йолаларын, байрамдарын һүрәтләй. Урал тәбиғәт белемен яратыусылар йәмғиәтенең, Рус география йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Рус Халыҡ һаулығын һаҡлау йәмғиәтенең 4‑се бүлексәһе рәйесе урынбаҫары (1898).

Х е ҙ м.: Из поездки к лесным башкирам // Землевладение. Кн.4. СПб., 1895; Библиографический указатель литературы о башкирах //Этнографическое обозрение. 1899. №4. 

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика