НИКОЛЬСКИЙ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Ғафури а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К. табан 24 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1012 кеше; 1920 — 1237; 1939 — 891; 1959 — 418; 1989 — 286; 2002 — 318; 2010 — 270 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. Ауылға 1892 й. Бәләбәй өйәҙендә Рязань һәм Пенза губ. килгән күскенсе крәҫтиәндәр нигеҙ һала. 1896 й. 113 йортта 794 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 тимерлек, мөгәзәй булған. 1906 й. сиркәү (1898 й. төҙөлгән), земство мәктәбе, мөгәзәй теркәлгән. 

З.М.Цуканова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика