НИКОЛЬСК, ҡасаба, 20 б. 80‑се йй. алып Өфө эсендә. Ҡасабаға 20 б. башында Өфө өйәҙендә Яңы Николаев исеме м‑н нигеҙ һалына. 40‑сы йй. башлап Никольск ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған. Халҡы: 1906 й. — 60 кеше; 1920 — 126; 1939 — 149; 1959 — 127 кеше. 1981 й. Өфө р‑нының Черкассы а/с ҡараған, хәҙ. Өфөнөң Орджоникидзе р‑ны терр‑яһы. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика