НИКОЛЬСК, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Орловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнс. табан 29 км алыҫлыҡта Вәрәш й. (Гәрә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 217 кеше; 1920 — 219; 1939 — 358; 1959 — 253; 1989 — 96; 2002 — 134; 2010 — 126 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Бөрө өйәҙендә удмурттар Никольский яңы ауылы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 29 йортта 226 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1959 й. хәҙ. статусын ала, 80‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика