НИКОЛЬСК, Краснокама р‑нындағы ауыл, Никольск а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 31 км һәм Ҡарман т. юл ст. К. табан 15 км алыҫлыҡта Ҡалмаш й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 446 кеше: 1920 — 542; 1939 — 597; 1959 — 478; 1989 — 383; 2002 — 416; 2010 — 496 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Мүзәк урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Уҫы даруғаһында ш. уҡ даруғаның Николо-Берёзовка а. кешеләре Иванкин исеме м‑н нигеҙ һала, 1645 й. алып билдәле. 1795 й. 6 кеше йәшәгән, 1865 й. Никольск (Иванкин) исеме м‑н иҫәпкә алынған, 65 йортта — 316 кеше. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 сиркәү, училище, 2 һыу тирмәне булған. Шулай уҡ Яңы Никольск исеме м‑н билдәле булған. 1906 й. (хәҙ. исем м‑н) сиркәү, земство мәктәбе, пар м‑н эшләүсе ярма ярғыс, шарап һәм 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика