АНТРОПОГЕН ЙӨКЛӘНЕШ, кешенең хужалыҡ эшмәкәрлегенең экосистемаларға йоғонтоһо интенсивлығын сағылдырыусы комплекслы күрһәткес. А.й. тирәҡ мөхитте бысратыу (сығарған һәм ташыған ваҡытта нефть түгелеүе һ.б.), ерҙәрҙе һөрөү, урмандарҙы ҡырҡыу һ.б. м‑н бәйле (ҡара: Антропоген ландшафт). А.й. айырыуса БР‑ҙың эре сәнәғәт үҙәктәрендә юғары (ҡара: Антропоген ташландыҡтар). А.х. м‑н бәйле А.й. эре малсылыҡ комплекстары, ҡошсолоҡ фабрикалары төҙөү һәм һөрөнтө ер күп булған райондарҙа (Илеш, Өфө, Саҡмағош, Шаран һ.б.) самаһыҙ күп мал көтөү һөҙөмтәһендә арта. 20 б. 50‑се йй. сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәр үҙләштерелгәндән, көтөүлек йөкләнеше Башҡортостандың Урал аръяғында арта. А.й. кәметеү өсөн экологик нормалаштырыу, экологик мониторинг, тәбиғәтте рациональ файҙаланыу б‑са саралар тормошҡа ашырыла, махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре булдырыла.

Б.М.Миркин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.