НИКОЛАЕВСКИЙ Борис Иванович (8.10.1887, Бәләбәй ҡ. — 22.2. 1966, Менло-Парк ҡ., АҠШ), тарихсы, революция хәрәкәте эшмәкәре. 1903 й. алып РСДРП(б), 1906 й. — РСДРП(м), 1920 й. — РСДРП(м) ҮК ағзаһы. Өфө, Һамар ҡалаларынан һ.б. урындарҙа революцион эшмәкәрлек м‑н шөғөлләнгән. 1904 й. һәм 1908—10 йй. ҡулға алыуға һәм һөргөнгә дусар ителә. 1922 й. Германияға ҡыуыла, 1933 й. башлап Францияла, 1940 й. — АҠШ‑та йәшәй. Н. фәнни хеҙмәттәре РСДРП, эсерҙар партияһы тарихына, уларҙың етәкселәре һәм совет сәйәсмәндәре эшмәкәрлегенә арналған. 500‑ҙән ашыу хеҙмәт, ш. иҫ. Бәләбәй һәм Өфө ҡҡ. үткән балалыҡ йылдары т‑да иҫтәлектәр (унда 19 б. аҙ. — 20 б. башындағы ҡала көнкүреше ентекле һүрәтләнгән), авторы.

Әҙәб.: А х м е р о в а Ф.Д. “Мне не в чем каяться, Россия, пред тобой”: Николаевский Борис Иванович (1887—1966). Уфа, 2003; Ф е л ь ш т и н с к и й Ю.Г., Ч е р н я в с к и й Г.И. Через века и страны: Б.И. Николаевский. М., 2012; The Making of Three Russian Revolutionaries: Voices from the Menshevik Past / L.H. Haimson in collaboration with Z. Galili y Garcia and R/ Wortman. Cambridge; New York; Paris, 2004.

И.В.Кучумов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика