НИКОЛАЕВКА, Бөрө р‑нындағы ауыл, Бурны а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 6 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 75 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1135 кеше; 1920 – 1430; 1939 – 1185; 1959 – 681; 1989 – 489; 2002 – 513; 2010 – 505 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү (Михаил Архангел сиркәүе, кирбестән, 20 б. башы, архитектура ҡомартҡыһы) бар.

Ауылға 19 б. уртаһында Бөрө өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Пономарёвка а. (Кулига, хәҙ. Бөрө ҡ. эсендә) кешеләре нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Шулай уҡ Яңы Кулига исеме м‑н билдәле булған 1865 й. 101 йортта 581 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Часовня булған. 1906 й. земство мәктәбе, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.  

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика