НИКОЛАЕВКА ЗАВОДЫ, 1866 й. Илек й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында, Минйәр заводынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 30 саҡрым алыҫлыҡта бер туған Н.П. һәм И.П. Балашовтар (ҡара: Балашовтар) тарафынан суйын иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Балашовтар. Эҫем тау округына ингән. 1868 й. эшләй башлай. Һалҡын һауа өрҙөрөлгән домна мейесе, һауа өрҙөрә торған пар машинаһы, 2 тимерлек горны, 19 б. 80‑се йй. 4 газ пудлингылау мейесе, пар сүкеше, һауа өрҙөрә торған машинаһы, ҡайнар һауа өрҙөрөр өсөн һауа йылытыу приборы була; мәғдән Эҫем заводтары руднигынан килтерелгән. Заводта төп эштәрҙә 60‑лап, ярҙамсы эштәрҙә 600 кеше эшләгән; 1900 й. эшселәр (ҡара: Эшселәр__синыфы) һаны 528‑гә етә. Уртаса етештереүсәнлек 400 мең бот суйын тәшкил итә, макс. — 531,7 мең бот (1899). 1881— 83 йй. Н.з. реконструкциялана; 1897 й. егелгән ат әйләндергән 2 тигеҙләй торған ҡулайламаһы булған йөк күтәргес ҡуйылып, уға күмер һәм мәғдән һарайҙарынан рельслы юл һалына. 1901 й. Н.з. ябыла. Хәҙерге завод ҡасабаһы урынында Силәбе өлк. Илек а. урынлашҡан.  

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика