НИКОЛАЕВКА, Туймазы р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 26 км һәм Ҡандра т. юл ст. К.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Өҫән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 718 кеше; 1920 – 1099; 1939 – 1023; 1959 – 1149; 1989 – 584; 2002 – 648; 2010 – 724 кеше. Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙендә 1841—42 йй. Тула губ. Георгиевский һәм Ивановский ауылдарынан Д.Е.Бенардакиҙың (ҡара: Бенардакиҙар) алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Шулай уҡ Оло Бенардаки исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 104 йортта 631 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 май һығыу з‑ды, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү, 2 һыу тирмәне, 2 бакалея һәм шарап кибете, мөгәзәй теркәлгән.  

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика