НИКОЛАЕВКА, Өфө р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 25 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Һикияҙ й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 310 кеше; 1920 – 365; 1939 – 382; 1959 – 306; 1989 – 1924; 2002 – 2340; 2010 — 2738 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто (“Русь” урыҫ халыҡ йыры ансамбле), китапхана, сиркәү бар. Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Өфө өйәҙендә нигеҙ һалына. Шулай уҡ Рысьев исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 34 йортта 202 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Ел тирмәне булған. 1906 й. бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. И.Ю.Полецкова, А.Р.Уйылданова ошо ауылда тыуған.  

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика