НИКОЛАЕВКА, Белорет р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 56 км һәм Белорет т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 64 км алыҫлыҡта Оло Әүнәр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 839 кеше; 1920 — 909; 1939 — 481; 1959 — 390; 1989 — 121; 2002 — 144; 2010 — 113 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Мәхмүт урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Верхнеурал өйәҙендә Белорет заводы крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1891 й. 75 йортта 386 кеше йәшәгән. Игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. сиркәү, мәктәп, һыу тирмәне теркәлгән. Ауыл эргәһендәге Оло Ирәмәл тауы — тәбиғәт ҡомартҡыһы.  

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика