Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/N/NIKOLAEV_VASILY.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/N/NIKOLAEV_VASILY.jpg'

НИКОЛАЕВ Василий Семёнович (21.3.1907, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Семёнкин а., хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Яңы__Семёнкин а., — 29.12. 1989, Кемерово өлк. Банново а.), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930 й. алып БАССР‑ҙың Шаран р‑ны “Йәшлек” к‑зында, 1937 й. — Мәскәүҙә, 1939 й. — Төньяҡ Осетин АССР‑ында эшләй. 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. июненән Көньяҡ, Төньяҡ-Көнбайыш һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 28‑се армияның 5‑се гвардия механизацияланған бригадаһы 1‑се мотоуҡсылар батальоны пулемётсыһы гвардия рядовойы Н. 1944 й. 10 мартында Украина ССР‑ының Берислав ҡ. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Төньяҡ Осетин АССР‑ында, 1950 й. алып Шаран р‑нының Три Ключа а/с рәйесе, “Йәшлек” к‑зы бригадиры, 1955 й. башлап Банново а. эшләй. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән. Банново а. урамға Н. исеме бирелгән.  

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика