НИКИФОРОВ Алексей Фёдорович [7.3.1915, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яковлевка а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 21.3.1977, Ялта ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1932 й. алып БАССР‑ҙың Шишмә р‑нында колхозда, 1939 й. — Благовар р‑нының Эске эштәр ХК бүлегендә эшләй. 1936—38 йй. һәм 1942 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. алып Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 61‑се армияның 7‑се гвардия кавалерия корпусы Чернигов кавалерия дивизияһы 58‑се гвардия кавалерия полкы сапёр взводының отделение ком. гвардия өлкән сержанты Н. 1943 й. 18 сент. Мена т. юл ст. (Украина ССР‑ы) янындағы алышта һәм 1943 й. 27 сент. Белорус ССР‑ының Нивки а. эргәһендә Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Ялтала эшләй. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән.  

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика