НИКИФАР, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Никифар а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 45 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1897 кеше; 1920 — 2178; 1939 — 1732; 1959 — 1385; 1989 — 951; 2002 — 1020; 2010 — 845 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Никифар урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, амбулатория, шифахана- һауыҡтырыу лагеры, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1742 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 1746 й., 1795 й. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәрҙең яңы төркөмдәре, 1778 й. хеҙмәтле татарҙар килеп ултырған. 1795 й. 47 йортта 300 кеше йәшәгән, 1865 й. 113 йортта — 821 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, һауыт-һаба өҫтөнә ҡурғаш йүгертеү, ҡалас бешереү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 3 һыу тирмәне, 5 бакалея кибете булған. 1906 й. 2 мәсет, урыҫ-башҡ. министрлыҡ мәктәбе, 3 һыу тирмәне, 3 ҡалас бешереү оҫтаханаһы, тимерлек, шарап, һыра, 2 бакалея һәм 3 мануфактура кибете, сәйхана, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. М.Х.Уразлин, Р.Б.Хәкимов ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика