НИКИТИНКА, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ғәфүр а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К.‑Көнс. табан 16 км алыҫлыҡта Өҫән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 586 кеше; 1920 – 533; 1939 – 340; 1959 – 218; 1989 – 255; 2002 – 296; 2010 – 303 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. Ауылға 1873 й. һәм 1896 й. араһында Бәләбәй өйәҙендә нигеҙ һалына. 1896 й. 80 йортта 425 кеше йәшәгән. 1906 й. 1‑се Никитинка (519 кеше; министрлыҡ мәктәбе, мөгәзәй булған) һәм 2‑се Никитинка (67 кеше) аа. теркәлгән, һуңынан улар хәҙ. исем м‑н бергә иҫәпкә алына. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018