НИКИТИН, Б ө р к ө т л ө, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Атйетәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 42 км һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 127 кеше; 1920 – 159; 1939 – 231; 1959 – 132; 1989 – 25; 2002 – 148; 2010 – 127 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 1876 й. урыҫ крәҫтиәндәре Стәрлетамаҡ өйәҙе Өршәк-Мең улусының Иҫке Йәнбәк а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Никитин ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала (купчий ҡағыҙы 1897 й. рәсмиләштерелгән). 1896 й. Никитин (Бөркөтлө) а. 17 йортта 107 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1998—2006 йй. Бөркөтлө булараҡ иҫәпкә алынған.  

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика