Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/N/NIZAEV_ABUZAR.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/N/NIZAEV_ABUZAR.jpg'

НИЗАЕВ Әбүзәр Ғаяз улы [19.7. 1914, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Һынташтамаҡ а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 7.1.1997, Өфө], Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930 й. алып Топорнин р‑нында (хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) к‑зда, 1932 й. – Ленинградта суднолар төҙөү з‑дында эшләгән. 1936—38 йй. һәм 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. Июндән Ленинград р‑ны Һауа оборонаһының 14‑се артиллерия дивизионында зенит орудиеһы ком., 1944 й. алып Ленинград фронтының 67‑се армияһы 46‑сы уҡсылар див. 314‑се уҡсылар полкында уҡсылар отделениеһы һәм 2‑се Белоруссия фронтының 2‑се удар армияһы ком., разведка ротаһы ком. ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н сержант Н. 1944 й. 12 февр. Ленинград өлк. Луга т. юл ст., 1945 й. 15 ғин. Пултуска ҡ. (Польша) һәм 1945 й. 10—11 мартында Данциг ҡ. (Германия) эргәһендә барған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1945) Благовещен р‑ны Степановка ҡасабаһы МТС‑ында, 1952 й. башлап Благовещен ҡ., 1972 й. — Өфө НЭЗ‑ында эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 1‑се (1945 й. июне), 2‑се (ш. уҡ йылдың февр.) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә Н. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Е р о ш и н А.Е. Через огонь войны //Слава солдатская. Уфа, 1967.  

 

Ғ.Ғ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика