НИҒМӘТУЛЛА, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ниғмәтулла а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.-Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Таҡйылға й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2535 кеше; 1920 — 2963; 1939 — 1902; 1959 — 1072; 1989 — 664; 2002 — 614; 2010 — 553 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға Бәләбәй өйәҙе Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1793 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ниғмәтулла Янышев исеме м‑н аталған. 1811 й., 1830 й. бында ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәрҙең яңы төркөмдәре килеп ултырған. Шулай уҡ Миләш, Мәләш булараҡ билдәле булған. 1865 й. 252 йортта 1559 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, балта эше, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, 2 училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. 3 мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, 3 мөгәзәй теркәлгән. Ғ.Ф.Ғәлиев, Х.Ғ.Йосопов, Ә.Р.Нәҡиев, Ф.Ғ.Садиҡов, Х.Р.Солтанаев ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика