НИҒӘМӘТ, Ү р н ә к, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ниғәмәт а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Сибай т. юл ст. Көнб. табан 75 км алыҫлыҡта Таулы й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 211 кеше; 1920 — 206; 1939 — 369; 1959 — 621; 1989 — 825; 2002 — 909; 2010 — 838 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (башҡ. халыҡ театры), китапхана, мәсет бар. Ауылға 1847 й. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусының Моҡас а. [хәҙ. 1‑cе Моҡас а.; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1795 й. Яйыҡбай (хәҙ. Үрге Яйыҡбай а.) һәм Исхаҡ аа.] башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ниғмәтулла исеме м‑н нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ниғмәтулла Килдекәев исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Яңы Исхаҡ булараҡ билдәле булған. 1866 й. 30 йортта 210 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 19 б. аҙ. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1900 й. һыу тирмәне теркәлгән. 

Р.И.Үтәғолов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика