НӘСИБАШ, Салауат р‑нындағы ауыл, Нәсибаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 15 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Нәси й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1419 кеше; 1920 – 1489; 1939 – 1679; 1959 – 1392; 1989 – 1152; 2002 – 1093; 2010 – 951 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, соц.‑реабилитация үҙәге, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1759 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Ҡаратаулы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. Шулай уҡ Сәлихауыл булараҡ теркәлгән. 1770 й. ауылда П.С.Паллас булып киткән. 1803 й. һәм 1808 й. ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәрҙең яңы төркөмө күсеп килә. 1865 й. 124 йортта 1107 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, урыҫ-башҡ. министрлыҡ мәктәбе, тимерлек, 2 тирмән, 3 мануфактура һәм 5 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. Н.С.Белобородова, Р.Р.Ғәйфуллина, Ф.Ә.Ғәниев, М.Д.Львов, Ҡ.Ғ.Мифтахов ошо ауылда тыуған.  

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика