НӘҺРЕТДИН, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Подлуб а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 68 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 113 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 163 кеше; 1920 – 461; 1939 – 409; 1959 – 372; 1989 – 189; 2002 – 172; 2010 – 155 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана, мәсет бар. Ауылға 19 б. 60‑сы йй. Бөрө өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Байҡыбаш а. мишәрҙәре нигеҙ һала. Шулай уҡ Яңы Байҡыбаш исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 20 йортта 106 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, 2 тимерлек теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.