АНТОШКИН Николай Тимофеевич (19.12.1942, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Кузьминовка а.), лётчик, генерал‑полковник (1994). Советтар Союзы Геройы (1986). Хәрби ф. д‑ры (1996), проф. (1996). РФ‑тың атҡ. хәрби лётчигы (1993). Совет‑Ҡытай сик буйы конфликтында (1969), Чехословакия (1968) һәм Польшала (1978—79) хәрби конфликттарҙа, Афғанстан (1988—89) һәм Төньяҡ Кавказда (1993—95) хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Ырымбур юғары хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһын (1965), Ю.А.Гагарин ис. Хәрби‑һауа акад. (Мәскәү өлк. Монин ҡасабаһы, 1973), К.Е.Ворошилов ис. СССР Ҡораллы Көстәре Ген. штабының Хәрби акад. (Мәскәү, 1983) тамамлаған. 1961—91 йй. Совет Армияһында, 1992 й. алып Рәсәй армияһында. 1983 й. башлап Үҙәк ғәскәрҙәр төркөмө авиацияһы командующийы. 1985 й. алып Киев хәрби округының Хәрби‑һауа көстәре штабы нач., 1988 й. — Урта Азия, 1989 й. — Мәскәү хәрби округтарының Хәрби‑һауа көстәре командующийы. 1993 й. алып Рәсәй армияһының Фронт авиацияһы командующийы, 1997—98 йй. РФ‑тың Хәрби‑һауа көстәре баш командующийы урынбаҫары. Герой исеменә авиация ген.‑майоры А. Чернобыль АЭС‑ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡаны өсөн лайыҡ була. 1988—89 йй. Тажикстанда һәм Әрмәнстанда ер тетрәүҙән һуң ҡотҡарыу һәм тергеҙеү эштәре етәкселәренең береһе. 1991—92 йй. МиГ‑29 һәм Су‑27 самолёттары өсөн “Стрижи” һәм “Русские витязи” пилотаж төркөмдәрен әҙерләүгә етәкселек итә. 1998 й. отставкала. Ленин (1986), Ҡыҙыл Байраҡ (1988), 2‑се (1991) һәм 3‑сө (1977) дәрәжә “СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн”, 4‑се дәрәжә ҡылыслы “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (1995, №1), Дуҫлыҡ (1999) орд., исемле һалҡын (1992) һәм атыу (1995) ҡоралы м‑н бүләкләнгән. Күмертау ҡ. урамға һәм урта мәктәпкә А. исеме бирелгән.

Әҙәб.: Филатов В. В час испытания //Генералы Башкортостана. Уфа, 1995; Коваленко А. Полководцы, военачальники, герои земли российской (1960—1998 гг.). М., 1998.

Ғ.Һ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.