НӘНӘҘЕ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Иҫке Вәрәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 34 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 557 кеше; 1920 — 515; 1939 — 376; 1959 — 334; 1989 — 201; 2002 — 211; 2010 — 171 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 1627 й. Ҡазан даруғаһында яһаҡлы удмурттар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. 1795 й. 50 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 40 йортта 258 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.  

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.