НӘБИУЛЛИН Вәли Ғәбей улы [3.4.1914, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫке Күсәрбай а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 25.12.1982, Өфө], дәүләт эшмәкәре. ВКП(б) ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1949). 1933 й. алып хужалыҡ эшендә, 1938 й. — ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑тында (1940 й. башлап 1‑се секретарь), 1939—47 йй. БАССР ЮС‑ы рәйесе, 1943 й. — ВКП(б) Башҡ‑н өлкә ком‑тының малсылыҡ бүлеге мөдире, 1945—46 йй. БАССР‑ҙың игенселек халыҡ комиссары урынбаҫары, малсылыҡ министры. 1949 й. башлап БАССР‑ҙың а.х. министры, 1951 й. — БАССР МС‑ы рәйесе. 1962—71 йй. “Башлес” ағас әҙерләү комб‑ты нач. булып эшләй. СССР ЮС‑ының — 4—5‑се, БАССР ЮС‑ының 1‑се, 3—4‑се, 6— 7‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1957), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1966) орд. м‑н бүләкләнгән.  

Ғ.Д.Ирғәлин

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика