НЕФОРОЩА, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ниғмәтулла а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.-Көнс. табан 48 км алыҫлыҡта Ҡыҙыл й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 337 кеше; 1920 — 434; 1939 — 363; 1959 — 194; 1989 — 164; 2002 — 200; 2010 — 173 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ҡырым урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар. Ауылға 19—20 бб. арауығында Бәләбәй өйәҙендә Полтава губ. Константиноград өйәҙе Нефороща а. украин крәҫтиәндәре нигеҙ һала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика