НЕФЁДОВ Филипп Диомидович (6.10.1838, Владимир губ. Иваново а. — 12.3.1902, Владимир губ. Перебор а., Мәскәүҙә ерләнгән), археолог. 1874 й. алып Мәскәү ун‑ты эргәһендәге Тәбиғәт белемен, антропология һәм этнографияны яратыусылар йәмғиәтенең этнография бүлеге хеҙм‑ре, 1887 й. — Мәскәү археология йәмғиәтенең мөхбир ағзаһы, 1894 й. — тулы хоҡуҡлы ағзаһы. 1878 й. Ҡара Абыҙ ҡаласығын һәм Өфө ҡаласығын, 1884—88 йй. Ырымбур губернаһында урта быуат күскенселәре (ҡара: Күсмә тормош) ҡурғандарын (14 ҡурғанлы ҡәберлек, ш. иҫ. 115 ҡәбер) өйрәнә. Отчёттарҙа Ырымбур губ. халҡы, ш. иҫ. башҡорттар, т‑да этнографик яҙмалар бар.

Х е ҙ м.: Отчёт об археологических исследованиях в Южном Приуралье, произведённых летом 1887 и 1888 гг. //Материалы по археологии восточных губерний России. Т.3. М., 1899; В горах и степях Башкирии. Уфа, 1988.  

В.А.Иванов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика