НЕПЛЮЕВ КАДЕТ КОРПУСЫ 1‑се, 1825 й. Ырымбур Неплюев хәрби уч‑щеһы булараҡ асыла; 1844 й. алып Ырымбур Н.к.к., 1866 й. — Ырымбур Неплюев хәрби гимназияһы, 1886 й. — 1‑се Н.к.к. Азия һәм Европа эскадрондарынан (бүлексәләренән) торған. Азия эскадронында хәрби дисциплиналар (фортификация, артиллерия нигеҙҙәре, тактика) урынына көнсығыш телдәре (ғәрәп, фарсы һәм татар) һәм игенселек, урман хужалығына бәйле дисциплиналар өйрәнелгән. Башҡорт һәм мишәрҙәр өсөн 30 вакансия бирелгән (1867 й. бөтөрөлә). 1831—1914 йй. Н.к.к. 1609 кеше тамамлай, уның етмеше Башҡорт ғәскәренә офицер, кантон башлыҡтары һәм тәржемәселәр итеп ебәрелә. 1918 й. июлендә Н.к.к. үҙенән‑үҙе тарҡала, 1919 й. ғин. ҡалған кадеттар Иркутск кадет корпусына күсерелә. Н.к.к. тамамлаусылар: М.М.Биғлов, М.М.Биксурин, Ә.Ә.Диваев, А.И. Дутов, М.И.Иванов, С.Б.Күкләшев, М.И.Өмөтбаев, Ғ.Ш.Сыртланов, Ш.Ш.Сыртланов һ.б. Училище нач.: подполк. Г.Ф.Генс (1825—44); дир.: подполк. Марков (1844 й. алып), полк. Шилов (1848 й. алып), Энгельке (1862 й. алып), ген.‑майорҙар Домерщиков (1864 й. алып), Ф.М. Самоцвет (1876 й. алып), Латур (1906 й. алып), Н.А.Пузанов (1908 й. алып), ген.‑лейт. В.А.Карликов (1918 й. авг. алып).

Әҙәб.: Краткий очерк истории Оренбургского Неплюевского кадетского корпуса. Оренбург, 1913. 

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика