НЕПЕЙЦЫНДАР, Н е п е й ц о в т а р, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Василий Никитич Н. 1646 й. Өфө гарнизонын көсәйтер өсөн Ҡазандан ебәрелгән отряд составында Өфөгә килә. 1648 й. түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына. Ҡатыны Домна Гладышеваның (Гладышевтар нәҫеленән) бирнәһе итеп Ағиҙел й. буйында поместье (25 сирек) ала. Уның улдары: Григорий Васильевич Н., 1668 й. түләүле хәрби хеҙмәткә алына. 1682 й. уның поместье оклады 350 сирек ер тәшкил итә; Василий Васильевич Н., 1683 й. 300 сирек поместье оклады м‑н түләүле хәрби хеҙмәткә алына. Уның улы — Пётр Васильевич Н. (?—1690), 1685 й. 300 сирек поместье оклады м‑н түләүле хәрби хеҙмәткә алына. Григорий Васильевич Н. улдарынан иң билдәлеләре: Андрей Григорьевич Н. һәм Данила Григорьевич Н., Өфө дворяндар ротаһында хеҙмәт итә. Данила Григорьевич Н. улы — Тимофей Данилович Н. (1731—?), капрал. Өфө драгун полкында хеҙмәт итә. Уның улы — Пётр Тимофеевич Н. (1770—?), подпрапорщик (1786). 1‑се Ырымбур мушкетёрҙар батальонында хеҙмәт итә. Шулай уҡ Пётр Ерофеевич Н. (1800—?) билдәле, титуляр советник. 1838 й. Өфөлә шарап приставы. Н. нәҫеле Ырымбур губернаһының дворян нәҫел тарихы китабының 6‑сы киҫәгенә яҙылған.  

Б.Әҙнабаев

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика