НЕЛИДОВ Григорий Васильевич (?—9.12.1826, Өфө), дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник. Дворяндарҙан. 1822—26 йй. Ырымбур граждан губернаторы. 1824 й. 16—18 сент. Өфөлә император Александр I ҡабул итеүҙә, Изге Благоверный кенәз Александр Невский ҡорамына (ҡара: Александр сиркәүе) нигеҙ һалыуҙа ҡатнаша. 20‑се йй. башында Ырымбур губернаһы ҡалаларына һөрөлгән сәйәси һөргөнсөләр — Новгород һәм Харьков губ. хәрби торамаларында хөкүмәткә ҡаршы сығыш яһауҙа ҡатнашҡан “Филики Этерия” йәшерен грек йәмғиәте һәм Вилен губ. “Филоматы”, “Черныя братия” йәшерен поляк түңәрәктәре ағзалары өҫтөнән дөйөм күҙәтеү алып бара. 

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018