НЕДОШИВИН Вениамин Георгиевич [13.10.1917, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ермолаевка а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) — 25.1.1988, Дүшәмбе, Тажикстан], подполковник. Советтар Союзы Геройы (1944). 1939—40 йй. совет‑финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР ЭЭМ‑ы Юғары мәктәбен тамамлаған (1961). 1938 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июненән Ленинград фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 42‑се армия 201‑се уҡсылар див. 92‑се уҡсылар полкының автоматсылар ротаһы ком. лейт. Н. 1944 й. ғин.—мартында Ленинград өлк. азат итеү өсөн барған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1944) Дәүләт именлеге ком‑ты һәм ЭЭМ органдарында эшләй. Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: В час великих испытаний. Душанбе, 1978; Смерти смотрели в лицо. Душанбе, 1981. 

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика