НЕВЕЛЬСК УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, 1941 й. сент.—окт. Өфөлә СССР Оборона ХК директиваһы б‑са 361‑се уҡсылар див. булараҡ ойошторола; 1942 й. мартынан — 21‑се гвардия уҡсылар дивизияһы. Див. составына 1200‑се, 1202‑се, 1204‑се уҡсылар һәм 925‑се артиллерия полктары, миномёт дивизионы, 3 айырым батальон (сапёр, элемтә һәм мед.-санитария), 3 айырым рота (автомобиль, разведка, химик һаҡланыу) ҡараған. Див. Урал хәрби округына ингән. 1941 й. нояб. алып Калинин фронтының 39‑сы, 1942 й. авг. — 43‑сө, 3‑сө удар, 1944 й. ғин. — 10‑сы гвардия армиялары, февр. һәм окт. башлап 2‑се Балтик буйы фронтының — 22‑се, июндән 4‑се удар, 1945 й. февр. — 1‑се удар армиялары составында була. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 1942—43 йй. Великие Луки һәм Невельск, 1944 й. Полоцк операцияларында ҡатнаша. 1946 й. майында таратыла. Почётлы “Невельск” исеменә лайыҡ була (1943). Див. 14 меңдән ашыу яугиры орден һәм миҙалдар м‑н бүләкләнә, 3‑өһөнә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Див. ком.: полк., 1942 й. алып ген.-майор Д.В.Михайлов (1941 й. — 1944 й. майы); ген.-майор И.И.Артамонов (1944 й. июнь—дек.); ген.-майор В.П.Фёдоров (1944 й. дек. — 1945 й. ғин.); полк. А.В.Шуньков (1945 й. ғин.—апр.); полк. Т.С.Шумский (1945 й. апр. — 1946).

Әҙәб.: Б и к м е е в М.А. Дивизии Башкортостана на фронтах Великой Отечественной войны. Уфа, 2005. 

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика