НЕБОЛЬСИН Павел Иванович (1817—1893), этнограф. Дворяндарҙан. С.‑Петербург ун‑тында уҡыған. Рус география йәмғиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 19 б. уртаһында Ырымбур губернаһына сәйәхәт ҡыла, сәфәр ваҡытында башҡорттарҙың этнографияһы т‑да мәғлүмәттәр йыя. “Отечественные записки” (“Ватан яҙмалары”; 1850, 11‑се һан) ж. донъя күргән мәҡәләһендә Н. кантондарҙағы йорттар һәм башҡ. халҡы иҫәбен килтерә, игенселек һәм малсылыҡ м‑н йәшәгән башҡорттарҙың торлағын (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре, Күсмә тормош), кейемен (ҡара: Башҡорт кейеме), солоҡ яһау ысулдарын (ҡара: Солоҡсолоҡ) һүрәтләй.

Х е ҙ м.: Заметки о башкирах //Отечественные записки. 1850. Т.73. Отд.8; Отчёт о путешествии в Оренбургский и Астраханский край //Вестник Русского географического общества. 1852. Кн.1. Ч.4. Отд.5.

Әҙәб.: Я н г у з и н Р.З. История изучения этнографии башкир. Уфа, 2000. 

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика