• Печать

НАУМОВКА, Х л е б о д а р о в к а, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Наумовка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К. табан 12 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 712 кеше; 1920 — 883, 1939 — 1102; 1959 — 809; 1989 — 2428; 2002 — 2867; 2010 — 2935 кеше. Урыҫтар, татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумы, урта мәктәп, балалар баҡсаһы, балалар сәнғәт мәктәбе, йәш техниктар станцияһы, участка дауаханаһы, реабилитация үҙәге, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙендә 18 б. аҙ. Хлебодаровка исеме м‑н Е.Наумованың алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1795 й. 340 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. Хлебодаровкала (Н.) 69 йортта 494 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Часовня, 2 шарап ҡыуыу з‑ды, һыу тирмәне булған. 1906 й. (хәҙ. исемдә) сиркәү, сиркәү-мәхәллә мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. М.П.Огородникова ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов