НАУМКИН, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Балыҡлыкүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 16 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1997 кеше; 1920 — 1783; 1939 — 600; 1959 — 979; 1989 — 691; 2002 — 600; 2010 — 699 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 1773 й. керҙәшлек килешеүе б‑са (1789 й. рәсмиләштерелгән) Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Әзекәйкүл исеме м‑н ш. уҡ даруғаның Ләкәнде һәм Ҡарамалы (хәҙ. Сыуаш‑Ҡарамалы а.) аа. яңы суҡындырылған сыуаштар һәм мордвалар нигеҙ һала. Һуңыраҡ Бөгөлмә өйәҙе, Өфө өйәҙе күскенселәре килеп ултыра. 19 б. уртаһынан ошо ауылда йәшәүсе Наум Карпов исеменән хәҙ. исемен алған. 1795 й. 289 кеше йәшәгән, 1865 й. 158 йортта — 1032 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. сиркәү (1902 й. төҙөлгән), грамота мәктәбе, 2 бакалея кибете, һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән. 

М.Х.Сафин, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика