НАУМЕНКОВ Олег Александрович (6.2.1948, Бухарест — 28.2.2004, Өфө), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1992), проф. (1993). ЛДУ‑ны тамамлаған (1971). 1974 й. алып БДУ‑ла уҡыта (1989—99 йй. яңы һәм өр-яңы тарих каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге 19 б. Бөйөк Британияның партия-сәйәси тарихына, Африка дәүләттәрен баҫып алыу тарихын өйрәнеүгә арналған. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Викторианцы: столпы британской политики ХIХ века. Ростов н/Д., 1996 (авторҙ.); Из истории консервативной партии Великобритании (1853—1865 годы). Уфа, 1997; Роберт Солсбери и его время. Викторианская Англия в лицах. СПб., 2004. 

Б.Н.Лаптев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика