НАРЫШ, Борай р‑нындағы ауыл, Баҙраҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 26 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.Көнс. табан 87 км алыҫлыҡта Нарыш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 285 кеше; 1959 — 321; 1989 — 161; 2002 — 124; 2010 — 106 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Иҫке Бикмәт төп мәктәбе филиалы) бар. Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бөрө кантонында нигеҙ һалына. 1925 й. 32 йорт иҫәпкә алынған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика