НАРЫШ, ауыл, 1946 й. алып Октябрьский ҡ. эсендә. Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1742 й. керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Байлар улусы башҡорттары нигеҙ һала. 1795 й. 15 йортта 95 кеше йәшәгән, 1865 й. 54 йортта — 289 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, тимерлек, мөгәзәй теркәлгән. Халҡы: 1906 й. — 564 кеше; 1920 — 800; 1939 — 880 кеше.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика