НАРЫНБАЙ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Башҡорт. Яйыҡ казак ғәскәрендә хеҙмәт итә (Орск ҡәлғәһендә). 1773 й. көҙөндә Пугачёв бойороғо б‑са йәшерен рәүештә Орск ҡәлғәһенең башҡ. һәм татар казактарын баш күтәреүселәргә ҡушылырға һәм ҡәлғәне улар ҡулына тапшырырға өндәй. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. 

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика