НАРАТЙЫЛҒА, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Мостафа а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 28 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 55 км алыҫлыҡта Наратлы й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 613 кеше; 1920 — 643; 1939 — 531; 1959 — 378; 1989 — 185; 2002 — 143; 2010 — 120 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға Бәләбәй өйәҙе Ҫарылы‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып Наратлы исеме м‑н билдәле. 18 б. аҙ. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) төпләнә. 1795 й. 20 йортта 133 кеше йәшәгән, 1865 й. (хәҙ. исемдә) 50 йортта — 299 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән. З.Ғ.Шәйхетдинов ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика